АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Июль , 10:00

"БашҒаилә" үҙәге ҡайҙа?

Был проект рус телле һәм ҡатнаш ғаиләләр ғаиләләргә йүнәлтелгән...

"БашҒаилә" үҙәге ҡайҙа?
"БашҒаилә" үҙәге ҡайҙа?

Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты "БашҒаилә" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Сулпылар" балалар баҡсаһында этномәҙәни үҙәгендә һәр аҙна эш алып барыла.

Беҙҙең проект Сибай ҡалаһының "Сулпылар" балалар баҡсаһында Башҡорт этномәҙәни ғаилә үҙәген булдырыуға һәм башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән. Бөгөн проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар баҡсаһы базаһында "БашҒаилә" үҙәге эшләп килә. Махсус әҙәбиәт, уҡытыу уйындары һәм үҫтереү уйынсыҡтары менән тулыландырылған үҙәктә тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата - әсәләре өсөн төрлө дәрестәр серияһы үткәрелә: уйын технологияларын ҡулланып әҙәби уҡыуҙар, ҡурсаҡ спектаклдәре; балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан йәнһүрәттәр төшөрөү дәрестәре алып барыла, башҡорт милли уйындары һәм күңел асыуҙары: "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ", "Тирмә", "Ат сабышы", "Ҡурай", "Күгәрсен", "Мөйөш алыш" һ.б., күңелле уйындары уйнатыла. Шулай уҡ "Ҡорот эшләү" фольклор байрамы ла булып үтте. Бынан тыш, ата-әсәләр үҙәктә методик һәм консультация ярҙамы ала. Проекттың үҙенсәлеге ғаилә этномәҙәни үҙәге моделендә ята, уның нигеҙендә балалар ата-әсәләре менән бер генә белем биреү дәресе түгел, ә башҡорт халҡының этномәҙәни мираҫы мөхитенә сумған саралар комплексы ала. Проекттың маҡсаты рус телле башҡорт һәм ҡатнаш ғаиләләр араһында башҡорт телендә аралашыу, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән. Артабан "БашҒаилә" үҙәге үҙ эшен "Сулпылар" балалар баҡсаһы режимында даими рәүештә ойоштороласаҡ.

Гөлдәр МАННАНОВА, өлкән тәрбиәсе.

Автор:Резеда Валиева