АТАЙСАЛ
-5 °С
Ҡар
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
31 Октябрь 2023, 14:20

50 йыл ул- тотош ғүмер!

Парлап йәшәүҙең һәр йыллығы – үҙенә күрә бер төрлө, ҡабатланмаҫ байрам. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята.Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Мәүәзиә Мөхәмәтйән ҡыҙы менән Мир Илһам улының иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл - 50 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.

50  йыл ул- тотош ғүмер!
50 йыл ул- тотош ғүмер!
Был ябай ауыл эшсәндәре ғүмерҙәренең байтаҡ йылдарын намыҫлы хеҙмәткә бағышлай, балалар тәрбиәләй, тормош һынауҙарын бергәләп үтә һәм яҙмыш бүләктәренә ихлас һөйөнә.
Ғәлиндарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә биш бала үҫкән.Улар үҙ ғаиләләрен ҡороп, намыҫ менән хеҙмәт итәләр. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар, хужалыҡтарында ярҙам итергә, тип тыуған йорттарына йыш киләләр. Әлеге көндә 10 ейән-ейәнсәр һәм 2 бүлә-бүләсәргә бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй.
–Ғаилә, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашып,уларҙың уңыштарына шатланып йәшәйбеҙ. Уларҙың барыһын да тигеҙ яратабыҙ, үҙҙәре лә, "ҡартатай, өләсәй", тип өҙөлөп кенә торалар. Илле йыл – ул тотош бер ғүмер, – ти улар бәхетле йылмайып.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән Ғәлиндарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, балаларының изгелектәрен күреп,именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
 
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.
 
 
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"

© 1990-2026 Ижтимағи-сәйәси гәзит. 1990 йылдан башлап сыға

Об использовании персональных данных

Телефон
8(347)752-55-04 баш мөхәррир
Электрон почта
ataysal90@mail.ru
Редакция
8(347)752-55-08
Ҡабул итеү бүлмәһе
8(347)752-55-08
Яндекс.Метрика