АТАЙСАЛ
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Октябрь 2023, 11:15

Хәрби әҙерлек кәрәк

  Әлкәләге (Алкино) Рәсәй геройы М.В. Серафимов «Патриот» паркында республика мәктәптәренең 10-сы класс уҡыусылары уҡыу хәрби йыйынында ҡатнашты. Аҙна буйы буласаҡ ил һаҡсылары строй, ут асыу, тактик һәм физик әҙерлек үтте. Хәрби йыйында Баймаҡ районынан 94 уҡыусы ҡатнашты.

Хәрби әҙерлек кәрәк
Хәрби әҙерлек кәрәк

-Бындай йыйында ҡатнашыу беҙҙе ныҡлыҡҡа һынап ҡараны, физик әҙерлек бар ерҙә лә кәрәк булыуын иҫбатланы. Илһөйәрлек тәрбиәләне. Тиҙ ярҙам күрһәтергә өйрәнеү ҙә тормошта бик кәрәк буласаҡ, - ти егеттәр.-Бер-беребеҙгә, күнекмәләргә, бындағы тәртипкә инде өйрәнеп бөткәйнек, ҡайтырға ваҡыт етте. Әммә был йыйынды беҙ ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырасаҡбыҙ. Ир-егеттәр мәктәбе булды беҙҙең өсөн. Ойоштороусыларға рәхмәт!

Хәрби әҙерлек кәрәк
Хәрби әҙерлек кәрәк
Автор:Гульдар Кадаева