АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Июнь 2023, 09:25

Түңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйыла.

Был ырыу вәкилдәре райондың Әбделкәрим, Алғаҙы, Бөрйән-Йылға, Ҡыуат, Ишмөхәмәт, Янғаҙы һәм Ишбирҙе ауылдарында йәшәй.Түңгәүер ырыуы элек-электән иң боронғо һәм төп ырыуҙарҙың береһе һаналған. Бөгөн түңгәүер башҡорттары Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәй.Түңгәүерҙәр йыйыны һәр йыл һайын улар йәшәгән төбәктә була. Иң тәүгеһе Йылайыр районының боронғо ауылы Ҡашҡарҙа үтһә, былтыр ул Әбйәлил районында булды. Быйыл иһә ҡунаҡтарҙы 1-2 июлдә Баймаҡ ере ҡабул итә.

Түңгәүерҙәр  был юлы Баймаҡта йыйыла.
Түңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйыла.

Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев белдереүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында Түңгәүер ырыуы вәкилдәре онлайн форматта кәңәшмә үткәргән.
Кәңәшмәлә 1 һәм 2 июль көндәре Баймаҡ районында үтәсәк Түңгәүер ырыуы йыйынын ойоштороу буйынса һөйләшеү булған. Сарала ҡор башы Хөрмәтулла Үтәшев, ырыуҙың ҡор ағзалары Динир Әхмәтйәнов, Азат ЯрмуллинШаймурат Тимербулатов , Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фанис Аминев , Баймаҡ районының Түңгәүер ырыуы етәксеһе Рим Янбердин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шарипов, әүҙем ветерандар Рауил Йәнсурин, Зәйнетдин Тимербулатов ҡатнашҡан.
Осрашыуҙа мөһим мәсьәләләр ҡаралған, Түңгәүер ырыуының 5-се съезын юғары кимәлдә үткәреү бурысы ҡуйылған.

Автор:Гульдар Кадаева