Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Март 2023, 16:15

Ғүмер буйы түҙеп йәшәргәме ни?

-Айырылам, атай! Йәшәй алмайым башҡаса уның менән! Әсәйем дөрөҫ әйтә, ҡатыным эт ялҡауы! Уның әрпешлеген күпме түҙергә була?! -Улым, ғәфү ит мине! – ти атаһы улына. -Нимә өсөн?

Ғүмер буйы түҙеп йәшәргәме ни?
Ғүмер буйы түҙеп йәшәргәме ни?

Сираттағы ыҙғыштан һуң улы атаһына бара:

-Айырылам, атай! Йәшәй алмайым башҡаса уның менән! Әсәйем дөрөҫ әйтә, ҡатыным эт ялҡауы! Уның әрпешлеген күпме түҙергә була?!

-Улым, ғәфү ит мине! – ти атаһы улына.

-Нимә өсөн?

-Әсәйеңә гел генә яҡшы мөнәсәбәттә булмаған өсөн. Күңелең төбөндә айырылышыу теләген һаҡлауыңда мин генә ғәйепле...

-Тимәк, айырылмағыҙ тип әйтергә теләйһеңме?

-Айырылышмағыҙ шул...Был хаҡта башҡа бер ваҡытта ла уйлама ла хатта.

-Ғүмерем буйы түҙеп йәшәргәме ни?

-Түҙергә кәрәкмәй...Һин уның янъялына түгел, үҙеңдең уға ҡарата булған мөнәсәбәтеңә түҙәһең. Үҙең үҙгәрһәң – ҡарап тор, тирә-йүндәгеләрең дә үҙгәрәсәк.

-Нисек үҙгәрергә?

-Хәләл ефетеңә Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса мөнәсәбәттә бул. Ҡатының Тәңребеҙҙең һиңә бүләге. Һинең йыуанысың...Һинең ярҙамсың...Балаларыңдың әсәһе...Ул Аллаһ Тәғәлә һинең ҡулыңа тотторған нескә һауыт. Һин уны һаҡлап ҡына, ҡурсалап ҡына тоторға тейешһең...Ҡалғандары – тормош ваҡлыҡтары. Әгәр ул нимәлер эшләй белмәй икән, өйрәнер. Һин дә бит ир кеше эшләргә тейешле нәмәләрҙең күбеһен белеп етмәйһең...

Нимәгәлер өлгөрмәй икән уның был етешмәгән урынын үҙ көсөң һәм һөйөүең менән ҡапла. Әгәр нимәнелер белмәй икән, кис сәй эсеп ултырғанда уны яурынан һаҡ ҡына ҡосаҡла ла эшләргә өйрәт. Һеҙҙең ғүмер юлы – ул һеҙҙең генә юл. Һеҙҙең мөхәббәт – ул һеҙҙең генә мөхәббәт. Күрә алмау “күҙе” ҡуйыусылар – һинең йортоңдоң дошманы. Уларҙы бының өсөн ғәйепләмә. Ғәфү ит. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһына ғаиләңә хатта насар һүҙ менән дә ҡағылдыртмаясағыңды аңлат.

-Әсәй менән һине лә айыртырға теләүселәр булдымы әллә?

-Беҙ ҡайһы ваҡыт “ярҙамсыларһыҙ ҙа” ныҡ итеп ыҙғыша торғайныҡ. Ахмаҡ булғанбыҙ, ғорур...Һеҙҙең тормош башҡаса. Һеҙҙе Аллаһ Тәғәләнән берәү ҙә ҡыумай. Унан аҡыл, иман, мәрхәмәтлек һорағыҙ. Бер-берегеҙҙе тыңлай, ишетә белегеҙ. Бер-берегеҙҙе йәлләгеҙ, ҡайғыртығыҙ, хәстәрләгеҙ. Мөхәббәт бит белмәһәң белеп ҡуй, артҡандан-арта. Уның мөһабәтлеген, ҡиммәтен һин ҡартайғас ҡына, шул уҡ ҡатыныңды яурынан ҡосаҡлағанда тоясаҡһың...Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә һүҙҙәр ҙә кәрәкмәйәсәк.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор:Гульдар Кадаева