Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Февраль 2023, 11:00

ЯУЛЫҠТАРЫ КИЛЕШӘ

Бөтә донъя Хиджаб көнө уңайынан Сибай ҡалаһында матур һәм тәрбиәүи сара ойошторолдо. Сараға килгән ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар яңы образ менән хушлашырға теләмәүҙәрен белдерҙеләр.

ЯУЛЫҠТАРЫ КИЛЕШӘ
ЯУЛЫҠТАРЫ КИЛЕШӘ

Кисә Бөтә донъя Хиджаб көнө билдәләнде. Йылдан-йыл ул популяр була бара. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһында «Хиджаб кейгән үҙеңә ҡара» исемле сара үтте. Уны «Таухид» магазины ойошторҙо.

Сарала 50 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Һәр кем хиджаб кейеп, сәсен ҡаплап, яулыҡ ябынып ҡараны. 4 ҡатын был образ менән хушлашырға теләмәне, оҡшатты һәм шул килеш өйөнә ҡайтты. «Таухид» магазины уларға яулыҡ бүләк итте. Эльвира Исҡужина исламдағы ҡатын-ҡыҙ образын һөйләне. Теләүселәргә бушлай Мехенди эшләнеләр. Психолог Юлиә Стратуның сығышы айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Ул оҙон итәкле күлдәк кейеү ҡатын-ҡыҙ тормошона нисек тәьҫир иткәнен аңлатты. Юлиә, рус милләтенән булыуына ҡарамаҫтан, гел оҙон итәктә.

Сара сиктәрендә лотерея уйнатылды, улар бүләкһеҙ булманы. Барыһы ла күтәренке кәйеф һәм бүләк менән таралышты.

Альбина ТАПАҠОВА.

Автор:Резеда Валиева