Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Февраль 2023, 10:00

АФАРИН, БАЙҒУЖА ЕГЕТТӘРЕ!

Замана балалары башлыса өйҙә ултыра. Ниңәлер ата-әсә уға эш тә ҡуша һалмай... Ә хеҙмәт тәрбиәһе — иң ҙур тәрбиә! Йылайыр районы Байғужа ауылында йәшәүсе үҫмер малайҙар ауыл өлкәндәренә барып, ишек алдын ҡарҙан таҙартҡан. Был, беренсенән, хеҙмәт. Икенсенән, ололарға ихтирам күрһәтеү.

АФАРИН, БАЙҒУЖА ЕГЕТТӘРЕ!
АФАРИН, БАЙҒУЖА ЕГЕТТӘРЕ!

Йәш быуынға ошондай тәрбиә биргәндә генә, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарарға булалыр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Резеда Валиева