АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Ноябрь 2022, 14:00

БУЛАСАҠ ИЛ ҺАҠСЫЛАРЫ

Хәйбулланың шәп егеттәре Ишембайҙа белем ала

БУЛАСАҠ ИЛ ҺАҠСЫЛАРЫ
БУЛАСАҠ ИЛ ҺАҠСЫЛАРЫ

Кисә Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында белем алыусы Хәйбулла егеттәре менән осрашты. Малайҙар уҡыуҙары, пландары менән уртаҡлашты. Кадет корпусында илһөйәр, Ватанын яратҡан, уның мәҙәниәтен, тарихын ихтирам иткәндәр белем ала. Бында ысын ир-егеттәр тәрбиәләнә.

Рөстәм Шәрипов Хәйбулла егеттәренә уңыштар теләне һәм иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.

Илебеҙ тыныс торһон! Егеттәр имен-һау булһын!

Автор:Резеда Валиева