- Һы-ы-ый, ышпыйон, һүҙ аңдый ҙа йөрөй! Әйҙә, ыступай! - тип ҡыуып ебәрһәләр ҙә, ҡуймайым.
Осторнаны ла инәйҙәрҙән ишетеп ҡалдым. Кемде әйткәндәрҙер, былай тинеләр:
- Осторнанан килеп, йөрөй әллә кем булып! Кем белмәгән тишекле мунсаҡ!
Тишек, мунсаҡ - быларын беләм, мунсаҡ тишекле була инде, аңлашыла. Осторнанан килеп, тиҙәр. Ҡайҙан килгән икән беҙҙең ауылға улар һөйләгән ҡатын? Ул Осторна тигән яҡ ҡайһы ерҙә икән? Осторнанан килгәндәрҙе яратыңҡырамайҙар ҙа икән...
- Осторнанан көтөп ятмайһың инде, үҙ йүнеңде үҙең ҡарайһың.
- Осторнала нимә бар? Үҙ яғыңа етәме ул?
ОСТОРНА - чужая сторона икәнен аҙаҡ аңланым. Сит яҡтан, сит - ят кешенән ярҙам көтөүҙән файҙа юҡ, үҙеңә генә ышан, үҙ көсөңә таян, тип өйрәткән беҙҙе инәйҙәр. Мин үҙем осторнанан, яттарҙан өмөт итеп, көтөп ултырмайым, етәм дә йәбешәм тотоп алып эшләй ҙә ташлайым. Осторна мине тәүәккәлеккә өйрәтте. Шәп һүҙ бит, ә? Һай, телем!
(Тик хәҙер осторнанан килеп ярҙам итеүселәр күбәйеп китте...Үҙ файҙаһын ҡайырыусылар...)
Таңһылыу Ҡарасурина.
07. 08.22.