АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Апрель 2022, 12:30

“Айыҡ ҡатын” проекты башланғыс алды

"Сәйерерәк яңғыраһа ла, был аҙым — тормош талабы. Проект сиктәрендә эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы был һаҙлыҡтан ҡотҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ", - ти район хакимиәте урынбаҫары Роза Рәсембәтова. Ошо ниәт менән уҙған йыл районда "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә еңеп сыҡҡан һәм хәҙер республика ярышында ҡатнашҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылында түңәрәк өҫтәл үткән. Сарала ҡатын-ҡыҙҙар советтары, "Ғаилә" хеҙмәте, район хакимиәтенең социаль бүлеге вәкилдәре менән бер рәттән айыҡ тормош юлына баҫырға теләгән ундан ашыу ҡатын да ҡатнашҡан.

“Айыҡ ҡатын” проекты башланғыс алды
“Айыҡ ҡатын” проекты башланғыс алды

Ҡатын-ҡыҙ эсһә, бына ошондай фажиғә була.

Башҡортостанда өс кешенең ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһендә иҫән ҡалған водителгә 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай

18 апрелдә көндөҙ Күгәрсен ауылы янында үлемесле автоавария теркәлгән: автомобиль һыуға төшөп киткән. Рулдәге ханым иҫерек булған - ул иҫән, ләкин уның өс пассажиры йән биргән. Ун бала әсәйһеҙ ҡалған.

53 йәшлек ҡатындың – биш, 49 йәшлегенең – өс һәм 36 йәшлегенең ике балаһы. 48 йәшлек водителдең иһә өс балаһы бар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ханым бергә эшләгән иптәштәре менән кәйеф-сафа ҡорған. Һуңынан улар, «ВАЗ-21140» автомобиленә ултырып, яҡында ғына урынлашҡан һыу һаҡлағыс яғына киткән. Дамбанан сығып барғанда водитель идара итеү һәләтен юғалтып, һыуға сумған. Ул бата башлаған машинанан сығып, ярға барып еткән. Шунда бер кеше уны күреп ҡалып, ашығыс ярҙам саҡыртҡан.

Хәйбуллалар ошондай фажиғә булмаһын өсөн дә ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскелегенә ҡаршы көрәшә.

“Айыҡ ҡатын” проекты башланғыс алды
“Айыҡ ҡатын” проекты башланғыс алды
Автор:Гульдар Кадаева