Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Апрель 2022, 14:55

Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары - рухи мираҫ өлгөһө

Сибай ҡалаһында үткән I Республика "Урал балалары тауышы "йәш сәсәндәр бәйгеһендә Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан Билалов Батырхан "Аҡһаҡ ҡола "эпосын яттан һөйләп , II дәрәжәле дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Ярышҡа егетте Әлфидә Ултыраҡова әҙерләгән.

Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары - рухи мираҫ өлгөһө
Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары - рухи мираҫ өлгөһө

БДУ-ның Сибай институтының конференц-залында "Урал балалары тауышы" йәш сәсәндәр I Республика конкурсы сиктәрендә "Башҡорт халыҡ ижады жанрҙары - рухи мираҫ обьекты" тигән темаға Республика семинары булып үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе ойошторҙо. Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында БР "Аҡ тирмә" милли мәҙәниәт үҙәгенең төбәк-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, Республика халыҡ ижадының матди булмаған мәҙәни мираҫ буйынса эшләүсе әйҙәүсе белгес Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов һәм Сибай сәнғәт колледжының "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнулла ҡыҙы Солтанова сығыш яһаны.Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан килгән тәрбиәселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн был семинар файҙалы булды.

Автор:Гульдар Кадаева