АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Февраль 2022, 10:10

Сибайҙан Хәсәновтар һынатманы

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе — 2022» асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Сибайҙан Хәсәновтар һынатманы
Сибайҙан Хәсәновтар һынатманы


Бәйгене ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Жюри ағзалары лауреаттарҙы «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында билдәләгән. Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ҡурған өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан бөтәһе 23 ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре — медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова һәм башҡалар баһалаған. Әйткәндәй, быйыл «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе — 2022» конкурсының географияһы күпкә киңерәк. Үткән йыл милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән бары бер ғаилә (Ырымбур өлкәһенән) ҡатнашһа, быйыл Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан, Һамар, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән һәм Пермь крайынан да башҡорт ғаиләләре ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡурған өлкәһенән һәм Югранан ҡатнашыусылар конкурс финалына үткән. Еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан Ҡәйепҡоловтар «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында дистанцион рәүештә сығыш яһаны, башҡа конкурсанттар иһә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына килгәйне. Сара сағыу һәм матур булды, халҡыбыҙ араһында рухлы, уңған һәм маҡсатлы ғаиләләрҙең күп булыуын тағы берҙе иҫбатланы. Бөтә еңеүселәр ҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Ә гран-при яулаусы ғаиләгә 100 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Һүҙ Күгәрсен районында йәшәүсе Хөснуллиндар хаҡында бара. Форсат табып, уларҙың фекерен белештек. Ғаилә башлығы Урал Хөснуллин түбәндәгеләрҙе белдерҙе:


«Мин — шәхси эшҡыуар, музыкаль уйын ҡоралдары эшләү оҫтаханам бар, ҡурай, думбыра яһайым. Маҡсатым — милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы мөмкин тиклем халыҡҡа күберәк таратыу. Ҡатыным Гөлгөнә Юлдыбай ауылында китапханасы булып эшләй. Балаларыбыҙ Диләгә — 10, Ирханға 4 йәш. Был бәйге беҙҙең өсөн, тәүге сиратта — оло тәжрибә, «Башҡорт ғаиләһе» тигән төшөнсәнең мәғәнәһен киңерәк асты, ғаиләбеҙҙе нығыраҡ берләштерҙе, уртаҡ ҡиммәттргә икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итте. Шулай уҡ бәйге тормошобоҙҙо сағыуландырып ебәрҙе, яңы таныштар, мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Әлбиттә, артабан был еңеү, тәжрибә йәшәйешебеҙҙе тағы ла ыңғай яҡҡа үҙгәртер тип ышанабыҙ. Ошо үҙенсәлекле бәйге ғаиләбеҙҙең рухи нигеҙен, һис шикһеҙ, тағы ла нығытты, » — тине Урал Хөснуллин.


Әйткәндәй, Уралдың атаһы — республикала исеме киң билдәле оҫта Рәмил Хөснуллин. Уны Күгәрсен районында ағас оҫтаһы тип кенә түгел, ҡурай, думбыра эшләгән уникаль шәхес итеп беләләр. Урал Рәмил улы атаһының эшен дауам итә, улар бергәләп халыҡ уйын ҡоралдарын эшләйҙәр. «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урынды — Нефтекаманан Шәрәфетдиновтар, икенсене — Салауат ҡалаһынан Ғәйнуллиндар, өсөнсө урынды Сибайҙан Хәсәновтар яуланы. «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынды Ишембай районынан Әҙелбаевтар, икенсе урынды — Туймазы ҡалаһынан Ибраһимовтар, өсөнсө урынды Ҡурған өлкәһенән Ғәлиевтар яуланы. Әйткәндәй, күрше өлкәнең Сафакүл районында йәшәгән Роза һәм Нәркис Ғәлиевтарҙы урындағы халыҡ яҡшы белә, улар — сәхнә йондоҙҙары, халыҡҡа йыр-моң таратыусылар. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Салауат, Рәуил, Марат, Уралға ла ата-әсәһенән йыр-моңға һөйөү күскән. Ҡурған өлкәһендә йәшәгән Ғәлиевтар йырҙар ижад итә, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай, мөһиме — өлгөлө башҡорт ғаиләһе туған телен, моңон һаҡлап йәшәй. «Ғаилә кәсебе» номинацияһында иһә беренселекте Стәрлетамаҡтан Сөләймәновтар, икенсе урынды — Өфөнән Лоҡмановтар, өсөнсөнө иһә Ҡариҙел районынан килгән Ғәлинуровтар алды. Ошо урында Стәрлетамаҡтан килгән Сөләймәновтар хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтәйек. Ғаилә башлығы Руслан Сөләймәнов — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 25 йыл Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул сәхнә өсөн аяҡ кейемдәре тегә, тормош иптәше Гүзәл Раян ҡыҙы ярҙам итә. Балалары ла сәнғәт юлын һайлаған: улдары Раушан — йыр, ҡыҙҙары Гөлназ бейеү буйынса һөнәр үҙләштерә. Уларҙың сәхнә бейеүселәре өсөн теккән әйберҙәре республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә киң таралған. Сөләймәновтар теккән ситектәр матур ҙа, зауыҡлы ла, уңайлы ла. Ял сәғәттәрендә ижади ғаилә йырлап-бейеп күңел асырға ярата. Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында йәшәүсе Ғәлинуровтар ғаиләһе лә һоҡланырлыҡ. Ғаилә башлығы Ришат Йыһанур улы 25 йыл мәктәптә эшләгән. Алтын ҡуллы оҫта һәр төрлө йорт йыһаздарын яһай. Ул районда һунарсы, балыҡсы, умартасы, балта оҫтаһы булып та танылған. Унан тыш, төрлө балыҡ, йәнлектәрҙең ҡарасҡыларын яһай. Ҡатыны Валерия Андеряновна — иренең төп ярҙамсыһы. Ғәлинуровтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары ла үҙҙәре кеүек матурлыҡҡа ғашиҡ. Юлиә лә, Асия ла ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Төп урындарҙан тыш, республиканың өлгөлө ғаиләләре «Бейеүсе ғаилә», «Моңло ғаилә», «Һәләтле ғаилә», «Мираҫлы ғаилә», «Егәрле ғаилә», «Маһир ғаилә», «Татыу ғаилә» һәм башҡа күркәм номинацияларҙа билдәләнде, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларҙың һәммәһен уртаҡ һыҙаттар — туған телгә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың тарихына тоғролоҡ, рухи нигеҙҙәренең ныҡлығы, маҡсатлылыҡ берләштерә. Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ла сараның әһәмиәтен билдәләп үтте:


«Һәр беребеҙҙең үҙенә генә хас кешелек сифаттары гендар аша тапшырыла, ә ғаиләләләге тәрбиә кешене формалаштыра. Юҡҡа ғына, танышҡан саҡта кешенең нәҫел-нәсебен, ҡайһы яҡтарҙан, кемдең ҡыҙы йә улы булаһың, ата-әсәң кем, тип һорамайҙар, йәғни ғаилә ҡиммәттәре, уның нигеҙе, тәртип-тәрбиә һәр йәһәттән кешенең тормош юлын бидәләгәндә үтә мөһим роль уйнай. Быйыл «Етегән » башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторолған сираттағы «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы тамаланды. Ғаиләләрҙең эштәрен баһалағанда, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ,» – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Жюри ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев тә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы буйынса фекере менән уртаҡлашты:


«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе сараһын уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Шуныһы шатлыҡлы — сарала ҡатнашыусы ғаиләләр һаны йылдан-йыл арта бара. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостандан ситтә йәшәүселәрҙән Ырымбур өлкәһе вәкилдәре генә ҡатнашһа, быйыл инде Ҡурған өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең ҡатнашыуы яҡшы күренеш. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» төшөнсәһе күп фекер-маҡсатты үҙ эсенә ала. Исеме үк әйтеп тора: ғаилә бөтә тарафтан да өлгөлө булырға тейеш. Ата-әсәнең балалары менән сит телдә түгел, нәҡ башҡорт телендә һөйләшеүе төп талаптарҙың береһе булып тора. Унан һәр ғаилә, милли ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау булһынмы, үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашһынмы — үҙ традицияларын да күрһәтергә тейеш. Беҙ ғаиләләренең шәжәрәләрен белеүенә, нәҫел тарихын балаларына еткереүгә, һөйөү тәрбиәләүгә лә иғтибар иттек. Унан тыш, ниндәйҙер ғаилә кәсебе бар, улар быуындан быуынға күсә килә икән — был да хөрмәткә лайыҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Сөләймәновтар ғаиләһе сәхнәләге бейеүселәр өсөн итек тегә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә был — һирәк күренеш. Ғөмүмән, һәр йыл үҙенсәлеге менән айырылып торған өлгөлө башҡорт ғаиләләре табылып тора. Һәр төбәк үҙ диалектында һөйләшә һәм балаларына ла шуны еткерә. Шөғөлдәрен иһә конкурста ҡатнашыу өсөн генә күрһәтмәй, ул өлгөлө ғаиләләрҙең — йәшәйештәр сағылышы. Әйтәйек, атаһы ла, әсәһе лә үҙэшмәкәр түңәрәктә ҡатнаша. Атаһы ҡурай тартһа, әсәһе мандолина сиртһә, балалары иһә бейей, йырлай. Ғаиләләрҙең шул үҙенсәлектәрҙе, ерлекле милли кейемдәрҙе, йолаларҙы һаҡлап ҡалыуы хуплауға лайыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо йүнәлештә эшен дауам итер, конкурс артабан да киңәйер, дауам итер тип уйлайым. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ әүеҙемерәк ҡатнашһындар ине,» – тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади бәйге өс этапта үтте, конкурстың һайлау турҙары республиканың ете зонаһында уҙғарылды. Сарала республикала һәм Рәсәйҙең субъекттарында йәшәгән, башҡортса һөйләшкән, никахта торған һәм балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһе 2021 йылдан алып «Етегән — Ғаилә һәм мөхәббәт көнө» байрамы сиктәрендә үткәрелә. «Етегән» башҡорт байрамы 2016 йылдан яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта ойошторола. Әйткәндәй, быйыл иһә 1 мартта, шишәмбе көнө, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ошо сараны — бәйге еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһын күрһәтәсәк. Тапшырыу эфирға 20.15 сәғәттә сығасаҡ.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.


Сибайҙан Хәсәновтар һынатманы
Сибайҙан Хәсәновтар һынатманы
Автор:Гульдар Кадаева