Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
18 Февраль 2022, 16:15

21 йәшең тулмаған икән, эсмә!

Дәүләт Думаһына яңы тәҡдим индерелде. Закон үҙ көсөнә инерме? Ә һеҙ тәҡдимгә ниндәй ҡарашта?

21 йәшең тулмаған икән, эсмә!
21 йәшең тулмаған икән, эсмә!

"Берҙәм Рәсәй" депутаты Бийсултан Хәмзеев 21 йәштән кеше граждандарға алкоголле эсемлекте һатыуҙы тыйыу хаҡында тәҡдим индерҙе. Дәүләт Думаһы уны яҙ ҡараясаҡ. Тыйыу үтәлмәгән осраҡта, штраф һалына.

Депутат белдереүенсә, алкоголле продукция һәм тәмәке, шулай уҡ наркотик илдең халҡы үҫешенә кире йоғонто яһай. Был тәҡдим закон булараҡ үҙ көсөнә инһә, демографик хәл яҡшырыр, тип иҫәпләй ул.

 

Ә һеҙ ризамы? Ниндәй фекерҙә һеҙ, гәзит уҡыусылар?

 

фото: smartik.ru

Автор:Резеда Валиева