АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Октябрь 2021, 12:50

“Барыһы ла һинең ҡулда”

Мәҙәниәт инициативаларының Президент фонды мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустриялар проекттары гранты конкурсында еңеүселәрҙең исемлеген атаны. Улар араһында Сибай мәҙәниәт идаралығының 4 учреждениеһы булыуы ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә Балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең “Барыһы ла һинең ҡулда” проекты—500 мең һумдан ашыу аҡса отҡан. Өҫтәмә белем биреү усағында балсыҡтан көршәк аүәләү эше күптән балалар араһында ғына түгел, өлкәндәр араһында ла популярлыҡ яулаған. Ошонан сығып улар грант темаһын һайлағанда инде.

“Барыһы ла һинең ҡулда”
“Барыһы ла һинең ҡулда”

--Былтыр ҡаланың “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәре өсөн балсыҡтан әүәләү буйынса оҫталыҡ кластары уҙғарыуыбыҙҙы үтенде. Бынын тыш үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың балсыҡ менән эшләргә яратыуҙарын күрҙек, улар көршәк әүәләү әйләнәһен янынан китмәй. Шуға ла ошо юҫыҡта эш башланыҡ һәм күреүегеҙсә, еңеп сыҡтыҡ, -- проект етәксеһе Надежда Малыгина.

 

Көршәк әүәләү әйләнәһендә сәй эсеү өсөн сынаяҡ, сәскә ҡуйыу өсөн ваза яһау, башҡа әйберҙәр әүәләү ҙә бер ни тормай. Бынан тыш ҡул эше менән булышыу нервы системаһын да тынысландыра.

 

--Бала балсыҡ менән эшләгәндә эмоциональ яҡтан да көсөргәнешен сисә. Балсыҡтан әүәләү барышында уның төрлө мөмкинлектәре, һәләттәре асыла. Йомоҡ балалар асылып китеп, уй-кисерештәре менән уртаҡлаша. Баланың сәләмәтлеге торошона ла ул ыңғай йоғонто яһай,-- ти проектты әҙерләүсе уҡытыусыһы Гөлсинә Ғөбәйҙуллина

 

Үрҙә әйтеүебеҙсә, проекттың тамаһы“Барыһы ла һинең ҡулда”тип атала һәм ул балсыҡ менән эшләүҙең төп алымдарын: әүәләү, көршәк әйләнәһендә эшләү, әйберҙе яндырып биҙәү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проектта күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр 10-шарҙан ике төркөмгә бүленеп ҡатнаша ала.

 

Автор:Гульдар Кадаева