АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
18 Мая , 04:00

«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!

Сәйәхәт итеүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. Башҡортостанда "Көньяҡ Урал һуҡмағы"нда 200 километрлыҡ яңы участка "Урал аръяғы" асылды.

«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!

Һуҡмаҡ райондың төп иҫтәлекле урындары — Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары, Асҡар ауылы аша үтеп, Яҡтыкүл буйында тамамлана. Проектҡа быйыл Сибайҙа үткән "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында старт бирелде. 8 ай үткәс, Көньяҡ Урал һуҡмағын нигеҙләүсе Рәис Ғәбитов етәкселегендәге ирекмәндәр төркөмө яңы участканы маркировкалауҙы тамамланы. Эштә яҡынса 20 кеше: Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Яр Саллы ҡалаларынан килгәндәр, Сибайҙың туристик берләшмә вәкилдәре, шулай уҡ Баймаҡ һәм Әбйәлил районы фермерҙары ҡатнашты. Хәҙер сәйәхәтселәр "Урал аръяғы"ның иң матур тәбиғәтен күрә, төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша, дала һәм таулы райондарға сәйәхәт, ә айырым участкаларҙы башҡорт аттарында уҙа ала. Көньяҡ Урал һуҡмағын нигеҙләүсе Рәис Ғәбитов: "Минең өсөн был мөһим тарих. Әбйәлил районынан олатайым һәм уның ҡустыһы һуғышҡа киткәйне. Бөрйәндән ҡустыбыҙ Ғәйфулла Ғәбитов Башҡорт атлы дивизияһында Таһир Кусимов етәкселегендә һуғышҡан һәм ике Дан ордены менән бүләкләнгән. Ә Көньяҡ Урал һуҡмағы – беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү". "Беҙҙең балалар" хәйриә фонды Илгиз Кәлимуллин: «Олатайҙарыбыҙ эштәребеҙ менән ғорурланыр ине. Тағы ла нығыраҡ ышанығы килә, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ Урал аръяғы буйлап, Көньяҡ Урал һуҡмағы буйлап йөрөр һәм беҙҙе иҫләр».

«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
«Урал аръяғы»на рәхим итегеҙ!
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас