Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Февраль , 16:10

Клубҡа ҡыйыҡ кәрәк

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы дәртлелеге, әүҙемлеге, йыр-моң яратыуы менән айырылып тора. Улар 1983 йылда һалынған мәҙәниәт йортонда күрше ауыл таланттары менән берлектә дүрт халыҡ ансамбле булдырған. Шуныһы борсой: клуб шул мәлдәрҙән ремонт күрмәгән. Ошоно иҫәпкә алып, ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.

Клубҡа ҡыйыҡ кәрәк
Клубҡа ҡыйыҡ кәрәк

 

--Әгәр беҙ уйлаған проект еңеп сыҡһа, клуб ҡыйығын алмаштырырға ниәтләйбеҙ,--ти мәҙәни саралар ойоштороусы, ауылдағы ансамблдәрҙең етәксеһе Рәсимә Халиҡова.

 

#МиллиПроекттар

#Мәҙәниәт

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас