-8 °С
Болотло
Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында ир-егеттәр Ирәндек дауаханаһының яңы бинаһына ҡойма эшләп ҡуйҙы. Моҡас ауыл хакимиәте башлығы Гөлназ Хажина ошо эште башҡарып сығыуҙа һәм ауыл тормошонда актив ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерҙе. Эш дауамында дауахана хеҙмәткәрҙәре эшләп йөрөгән егеттәрҙе йылы сәй менән тәьмин итеп торҙо. Әйткәндәй, Моҡас ауыл биләмәһендә күпселек оло быуын кешеләре йәшәһә лә, халыҡ бик актив, эшһөйәр. Күп осраҡта үҙ инициативаһы менән сығып төрлө эштәр башҡара һәм өмәләр үткәрә.