-8 °С
Болотло
Сибайҙар «Йәшел Башҡортотсан» акцияһын 20 сентябрҙә башлап ебәрҙе. Ҡала хакимиәте һәм ойошмалар коллективы Чайковский урамындағы яңы аллеяға 120 төп имән ултыртты.
—Йәш үҫентеләр нығынып китер һәм киләсәктә урамға йәм бирер тип ышанам. Ҡалабыҙ халҡын акцияға ҡушылырға һәм уны матурыраҡ, төҙөгөрәк итеүгә үҙ өлөшөн индерергә саҡырам, —ти ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов.