Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Сентябрь 2025, 09:35

Юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы

Күмәк көс менән юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы.

Юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы
Юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы

"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашыу өсөн юлдыбайҙар дәррәү күтәрелде. Бигерәк тә йәштәрҙең, ғөмүмән, ауыл халҡы ауылыбыҙ яҙмышына битараф булмауы ҡыуандыра. Йыйылыш барышында Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ҡорбанғәлиев Илнур Илшат улы программаның мөмкинселектәре һәм шарттары менән таныштырҙы. Ауыл халҡы күпселек тауыш менән зыяратты кәртәләү проектын хупланы. Аҡса йыйыу өсөн инициатив төркөмдәр төҙөлдө. Уларҙың тырышлығы яҡшы һөҙөмтә бирҙе, кәрәкле сумма артығы менән йыйылды.
Ир-егеттәр өйҙәренән шөрөп борғостар, кәрәкле материалдар ташыу өсөн машина прицебы, цемент болғағыс, төрлө инструменттарын алып килеп , эште башлап та ебәрҙеләр.
Тимер бағаналарҙың төптәрен цементҡа ҡатырып, профнастил менән кәртәләп, уңайлы булһын өсөн һәр яҡлап ҡапҡалар ҡуйылды.
Зыярат кәртәләгән егеттәргә тәмле аштар бешереп һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға,көндә ит,май, ҡаймаҡ, бәлештәр һ. б ашамлыҡтар килтергән ауылдаштарға айырыуса ҙур рәхмәт.
Өҫкө ҙур зыяратта эште тамамлағас, халыҡ телендә "Коммун зыяраты" тип йөрөтөлгән, ауылдың тәүге коммунистары ерләнгән зыяратта ла шул уҡ эштәр башҡарылды.
"Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел" тигән халыҡ мәҡәле. Зыярат изге ер булып һаналған, борон борондан, уны ҡәҙерләп, тәрбиәләү зарур булған. Юлдыбайҙар был аманатҡа тоғро ҡалып, изге эш башҡарҙылар.

 

Флүрә Шәрәфетдинова.
Юлдыбай ауылы.

Юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы
Юлдыбайҙар изге эш башҡарҙы
Автор:
Читайте нас