АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
16 Июль 2025, 11:50

Төҙөлөш йылдам бара

Башҡортостанда дүрт яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөлә. Шуның береһе—Аҡъярҙа.

Төҙөлөш йылдам бараТөҙөлөш йылдам бара
Төҙөлөш йылдам бара

Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөлөшө—республикала төҙөләсәк яңы дүрт бинаның береһе. Был бөтә район өсөн мөһим ваҡиға, әсәлек һәм балалыҡҡа иғтибарҙы күрһәтә.

Әле район дауаханаһы биләмәһендә эш ҡайнай. Төҙөүселәр бинаның нигеҙен тамамлап, каркастың металл конструкцияларын ҡуя башлаған. Яңы бинала табиптар өсөн эш шарттары ҡаралған, ә иң мөһиме – пациенттар өсөн уңайлыҡтар бар. Бында иркен табип бүлмәләре, УЗИ һәм функциональ диагностика кабинеттары урынлашасаҡ, процедура кабинеты йыһазландырыласаҡ. Консультацияла балалар өсөн уйын зонаһы ҡаралған, унда әсәләр буш булмаған саҡта, бәләкәстәр күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәрә ала. Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылыуын буласаҡ һәр әсә түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки бында өҫтәмә хәстәрлек һәм ярҙам ресурсы буласаҡ.

Төҙөлөш йылдам бара
Төҙөлөш йылдам бара
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас