АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
1 Июль 2025, 05:00

Яугирҙәр осрашты

Баймаҡ районынан демобилизацияланған яугирҙәргә — Ғилман Һағынбаев һәм Илнур Хәмитовҡа Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы танытмалары тапшырылды.

Яугирҙәр осраштыЯугирҙәр осрашты
Яугирҙәр осрашты

Уҙған ял көндәрендә Мишкә районында «Ер көсө» этномәҙәни патриотик фестивале үтте. Мишкә ере Башҡортостандан, күрше төбәктәрҙән, шулай уҡ Рәсәйҙең баш ҡалаһынан меңдән ашыу ҡатнашыусыны һәм ҡунаҡты йыйҙы. Фестивалгә ғаиләләре менән махсус хәрби операция ветерандары, социаль координаторҙар, медиктар, психологтар, юристар, йәмәғәт һәм дини ойошма вәкилдәре, халыҡ дауалаусылары килде. Баймаҡ районынан демобилизацияланған яугирҙәр Ғилман Һағынбаев Һәм Илнур Хәмитов ҡатнашты, уларға Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы танытмалары тапшырылды.

Яугирҙәр сара барышында хеҙмәттәштәре менән осрашты, шулай уҡ белгестәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.

Был фестиваль илебеҙҙе һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙең сағыу миҫалы булып тора. Бындай сара рухты, берҙәмлекте һәм илһөйәрлекте нығытыуға булышлыҡ бирә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас