

Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!
Бөгөн Аҡъярҙа буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә оҙатыу тантанаһы үтте. Кемдер берҙән-бер, ә кемдер икенсе улын хәрби хеҙмәткә тулҡынланып оҙатты
Рәсәй Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәрен беҙҙең райондан тағы 15 һалдат тулыландырасаҡ. Оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашты.
Призывниктарға район хакимиәте исеменән әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Оҙатыусыларҙың барыһының да теләге бер: “Егеттәребеҙ матур хеҙмәт итеп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар. Иң мөһиме, донъялар тыныс булһын”.
Эйе, егеттәргә бары тик шул тыныслыҡ һаҡсылары ғына булырға яҙһын. Хәйбулла егеттәргә тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите