+30 °С
Болотло


Йылайыр районында матур ял сараһы үтте. Байрам “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тип аталып, Байғужа ауылы ҡыҙҙары - инәйҙәргә, өләсәйҙәргә, апайҙарға, һеңлеләргә, килендәргә, бикәстәргә бағышланды.
Был матур сара ҡыҙҙарҙың һәм килгән ҡунаҡтарҙың баласаҡ, йәшлек, иҫтәлек иленә алып барҙы. Һөйләшеп һүҙҙәре, уртаҡлашып хәтирәләре бөтмәне. Уйын-көлкөгә лә урын табылды.