АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
19 Май 2025, 10:55

Аҡъюлдарға—афарин!

Ауылға килгәндәрҙе, ситкә юл тотҡандарҙы матур арт-объект ҡаршы алып, оҙатып торасаҡ.

Аҡъюлдарға—афарин!Аҡъюлдарға—афарин!
Аҡъюлдарға—афарин!

—Ҙур булмаған Аҡъюл ауылы Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылда һоҡланғыс, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Урындағы халыҡ көнүҙәк мәсьәләләрен кәңәшләшеп хәл итергә өйрәнгән.
Мәҫәлән, ауылды төҙөкләндереү, таҙартыу, шишмәләрҙе тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙе бергәләп эшләйҙәр. Шулай уҡ халыҡ көсө менән мәсет төҙөү эштәре лә тамамланыу өҫтөндә.
Ә ошо көндәрҙә аҡъюлдар “Айыҡ ауыл-2024” конкурсының муниципаль этабында еңеүҙең һөҙөмтәһе итеп (1-се урын яулап 80 000 һум алғайнылар) Аҡъюлға ингән ергә арт-объект — стела ултыртты. Стела ашҡынып ҡайтҡан ауылдаштарҙы уттарын балҡытып ҡаршы алыр һәм хәйерле юлдар теләп оҙатып ҡалыр тигән ниәттә Аҡъюл халҡы. Ауылдың бер йәмле урыны булып оҙон - оҙаҡ һаҡлап, ҡәҙерләп торорға булһын ине,—тип яҙалар Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәрендә.

Гел шулай берҙәм, әүҙем булығыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас