АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
13 Май 2025, 05:30

Хәйбулла районында—арт-объект

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылының Ветерандар аллеяһында «45-мм танкыға ҡаршы пушка» арт-объекты асылды.

Хәйбулла районында—арт-объектХәйбулла районында—арт-объект
Хәйбулла районында—арт-объект

Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылының Ветерандар аллеяһында «45-мм танкыға ҡаршы пушка» арт-объекты асылды.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына уңайынан ҡуйылған арт-объектты асыу тантанаһында ауылы халҡы, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева, район советы секретары Салауат Байғабулов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ҡатнашты.

Пушканың макетын Әбүбәкер ауылы старостаһы Рамаҙан Назаров үҙ ҡулдары менән эшләгән. Уға был эштә ҡатыны һәм Назаровтар нәҫеленән ҡустылары ярҙам итә. Шулай уҡ Рамаҙан Насибулла улы инициативаһы буйынса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аллеяла йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыла.

фото:Рәшиҙә Солтанова

Автор:
Читайте нас