+30 °С
Болотло


Силәбе өлкәһендә тулҡынландырғыс, ҡыҙғаныс хәл була. Инә аҡҡош электр сымына эләгә һәм үле килеш ҡолап төшә. Ата аҡҡош быны кисерә алмай, ҙур тиҙлек менән асфальтҡа килеп бәрелеп йән бирә...
Бына ошо хаҡта хәбәр итәләр интернет селтәрендә. Ысынмылыр-юҡмылыр? Ә шулай ҙа аҡҡоштар тоғролоғо хаҡында электән һөйләйҙәр бит... Һеҙ үҙегеҙ ошондай хәлдәргә шаһит булғанығыҙ бармы?