

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы (ЗАПК) менән килешеү төҙөнө.
Был компания менән хеҙмәттәшлек иткән өсөнсө урта махсус белем биреү уҡыу йорто. Бынан алда Аҡъяр тау һәм Сибай күп профилле һөнәри белем биреү колледждары менән ошондай уҡ килешеүҙәр төҙөлгәйне. ЗАПК һәм «Башҡорт баҡыры» етәкселегенең осрашыуы мәлендә белем биреү программаларын үҫтереү һәм студенттарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса пландар тикшерелде. Колледж предприятиеға иретеп йәбештереү, электрика, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау йүнәлешендәге белгестәр, шулай уҡ тракторсылар һәм бульдозерсылар уҡытып сығарырға әҙер. Яңы уҡыу йылында ПДМ һәм ПСМ машинистары һөнәрҙәренә уҡытыу планлаштырыла.
«Башҡорт баҡыры» колледжға, шул иҫәптән хеҙмәт килешеүе төҙөү менән производство практикаһын ойоштороуға ярҙам күрһәтәсәк. Студенттар кәрәкле ҡорамалдар, махсус кейем һәм шәхси һаҡланыу саралары аласаҡ, шулай уҡ тәжрибәле остаздар етәкселегендә эшләйәсәк. Шулай уҡ маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр ҡаралған.
Тимәк, тау-байыҡтырыу предприятиеларында эшләргә теләгән егеттәр өсөн юлдар асыла. Һөнәр алырға, аҙаҡ эшле булырға мөмкинлектәр була.