Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов бөгөн етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған алты йәш кешегә торлаҡ сертификаттары һәм фатир асҡысы тапшырҙы.
Азамат Сәфәрғәли улы йәштәрҙе ҡотлап, был сертификаттар илебеҙҙең теләһә ҡаһы төбәгенән фатир һатып алыу мөмкинлеген бирә, тип билдәләне. Бынан тыш, уларҙы ипотека кредиты алғанда йәки әсәлек капиталы менән бергә ҡулланырға мөмкин.
—Был һеҙгә иң ҡулай торлаҡ һайлау өсөн күп варианттар аса. Беҙҙең дәүләт ауыр тормош шарттарында граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән социаль йөкләмәләрен үтәүен дауам итә. Был ҡиммәтле мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, илебеҙҙең яҡты киләсәге һәм сәскә атыуы өсөн дөрөҫ һайлау яһағыҙ! Иң ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ, ҡәҙерле йәштәр!,—тине Азамат Иҙрисов.
Шуны билдәләп үтәйек: һуңғы биш йылда дәүләт программаһы сиктәрендә районда 78 кеше үҙ торлаҡтарына эйә булды.