Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Март , 09:40

«Таяныс» малайҙары эшкә өйрәнә

«Таяныс» клубы малайҙары фермерға барып, хужалыҡ эштәрен өйрәнгән.

«Таяныс» малайҙары эшкә өйрәнә
«Таяныс» малайҙары эшкә өйрәнә

Хәйбулла районында «Таяныс» клубында ҡатнашыусы малайҙар өсөн танып-белеү осрашыуҙары дауам итә . Сираттағыһы ғәҙәти булмаған, әммә бик ҡыҙыҡлы шарттарҙа үтте. Владимир Сидельниковтың фермер хужалығы базаһында балаларға был тармаҡтағы эш тураһында һөйләнеләр, фермер ауыл хужалығын алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һуңынан «Таяныс» клубының ир-егеттәр һәм үҫмерҙәр хужалыҡ эштәрендә әүҙем ҡатнашты: фермерға мал ашатырға, ферма территорияһында тәртип урынлаштырырға ярҙам итә. Был осрашыу балаларға ауыл хеҙмәте тураһында күп нәмә белергә һәм ваҡыттарын файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирҙе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: