-4 °С
Болотло
—Күгиҙел ауылының уңғандары МХО егеттәре өсөн изге эш башҡарҙы. Улар күңел йылыһын һалып, өй шарттарында әҙерләнгән туҡлыҡлы ризыҡ ауыҙ итһендәр тип, яҡташ егеттәргә реторт пакеттарға итле ҡарабойҙай бутҡаһы бешереп әҙерләнеләр. Реторт пакеттарға һалынған аш оҙаҡ һаҡланыуын, һауа шарттарына бирешмәүен, компактлы булыуы, аҙ урын биләүен һәм ташыуға быяла банкаларға ҡарағанда ҡулайлы булыуын иҫәпкә алып тап ошо ысулға туҡтаны ла инде күгиҙелдәр,—ти ауыл китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.