Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Февраль , 19:55

Уйҙар-бер, маҡсат-уртаҡ

Бөгөн таулыҡайҙар һәм сәләхтәр осрашты....

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Ошо айҡанлы ауылда һәр төрлө күләмле саралар ойошторола.

Бөгөн ауыл мәктәбендә спорт ярыштары үтте. Унда быға тиклем "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеп, республикаға берҙәм халҡы, төҙөк урамы менән танылған Сәләх ауылынан спорт һөйөүселәр Йылайыр районынан килеп етте. Улар командалар төҙөп волейбол, теннис буйынса үҙ-ара көс һынашты.

Бынан тыш, "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү уҙғарылды. Тәжрибәле Сәләх ауылы халҡы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ауылдарҙы айыҡтырыу, йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәү буйынса фәһемле фекерҙәр яңғыраны.

--Таулыҡай ауылы халҡы сәләхтәрҙе ихлас ҡаршы алды. Сарала ике ауыл биләмәһе башлыҡтары Р.М.Тотманов (Сәләх), Ҡ.Р.Уразбаев (Таулыҡай) ҡатнашты. Ауыл депутаттары, эштәр идарасыһы, спорт ярышын үткәреү инициаторы - физик культура уҡытыусыһы Ғәзиз Йыһанур улы, ауыл йәштәре теләп "түңәрәк өҫтәл" эшендә ҡатнашты. Ауылдар дуҫлығы, тәжрибә уртаҡлашыу үҙ емешен бирер, тип ышанабыҙ,-- ти ауыл депутаты Әнүзә Таһир ҡыҙы Ғәлина.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: