Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Февраль , 10:30

Яугир улына—ҡолон

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан МХО-ға юлланып, һәләк булған Әҡсән Мырҙағәлин хаҡында яҙғайныҡ инде. Уны иптәштәре «ЗОЛОТОЙ» тип йөрөтә. Ысынлап та, алтын ҡуллы ғына түгел, алтын йөрәкле була ул. Яу яланында һәләк булған бар иптәштәренең кәүҙәләрен сығарыуға ҙур көс һала. Төнөн яңғыҙы ғына яланға инеп, Күсей батыры Таһирҙың да кәүҙәһен әҙерләй, аҙаҡ иптәштәре менән барып алып сыға. Таһирҙың ата-әсәһе рәхмәт йөҙөнән уға бүләк эшләргә ниәт иткән була. Әммә Әҡсән дә һәләк була...

Яугир улына—ҡолон
Яугир улына—ҡолон

Бөгөн Күсей ауылынан Рәхимә һәм Юлай Кинйәбаевтар ниәтен атҡарып, Әҡсән Мырҙағәлиндың улы Санъярға ҡолон тапшырҙы.

—Таһир менән Әҡсән бер взводта ине. Улыбыҙ мәрхүм булғас, Әҡсән уның кәүҙәһен сығарам тип һүҙ бирҙе. Тәүҙә Байыш егетен алып сыҡты. Унан иптәштәре менән улымдың кәүҙәһен сығарҙы. Таһирҙың сәғәтен, амулетын, шәхси әйберҙәрен алып ҡайтарҙы. Ҡайтҡас Күсейгә килергә вәғәҙә иткәйне. Үкенескә күрә, осрашып булманы. Үҙе лә һәләк булды. Таһир улыбыҙҙың позывнойы «Хомяк» ине, үҙ-ара «Зубник» тип тә йөрөткәндәр. Сөнки фронтҡа киткәнсе Өфөлә «ЭмиДент»та эшләне, коллегалары кәрәкле әйбер ебәреп торғас, яугирҙәрҙең тешен һурып, ярҙам итеп тә йөрөнө... Иптәшем менән Әҡсәнгә ниәт итеп бүләк әҙерләгән инек. Аманатыбыҙҙы үтәп, улына тапшырҙыҡ. Әҡсәндең ғаиләһе менән танышып, күңелебеҙ булып ҡайттыҡ,—ти Рәхимә апай.

Сая малай Санъяр ҡолондо батырҙар хөрмәтенә үҫтерер, атланып сабыр, атаһы Әҡсән һәм яҡташы Таһир кеүек батыр булып үҫер, тыныс күк йөҙө аҫтында бәхетле йәшәр тип ышанабыҙ.

Мырҙағәлиндарға ла, Кинйәбаевтарға ла Хоҙай күркәм сабырлыҡ бирһен! Оло йөрәкле, ҡыйыу улдарығыҙ өсөн рәхмәт!

 

 

Авторҙың һәм редакцияның рөхсәтенән тыш, мәҡәләне башҡа сайыттарға алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: