Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
11 Февраль , 08:30

Вәзәм оҫталары өйрәтә

Хәйбулла районы Вәзәм ауылының кейеҙ баҫыу оҫталарының даны йылдан-йыл нығыраҡ тарала бара. Улар хәҙер «оҫталыҡ дәресе» менән күрше-тирәләргә бара.

Вәзәм оҫталары өйрәтә
Вәзәм оҫталары өйрәтә

—Иләс мәҙәниәт йортонда Вәзәм ауылы клубының "Серле кейеҙ" түңәрәге оҫтабикәләре Иләс ҡатын-ҡыҙҙары өсөн Кейеҙ ҡаталар баҫырға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар яңы һөнәрҙе ихлас үҙләштерҙе,—тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

 

Йолаларыбыҙҙы, кәсептәребеҙҙе белгән һәм уны тергеҙеүгә, һаҡлауға өлөш индергән вәзәмдәргә АФАРИН!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: