Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Ғинуар , 11:10

Мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ!

«Яугирҙәребеҙ дауаланған госпиталдәргә кәрәкле әйберҙәр ебәрҙек»,—ти юлдыбайҙар.

Мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ!
Мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ!

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы халҡы мөмкин тиклем махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам ебәрә. Бында маскировка селтәре үреү яҡшы ойошторолған. Күптән түгел Урал аръяғы агроинженерия колледжы ятағына һәр кем нимә алып килә ала—шуны алып килеп, госпиталдә дауаланыу үтеүселәргә ылау йыйҙы. Йылы кейемдәр, өҫ һәм баш кейемдәре алып килделәр.

Әйткәндәй, ирекмәндәр тарафынан барлығы 30 маскировка селтәре үрелгән. Бынан тыш, кейем тегеү ойошторолған. Күрше ауылдарға оҫталыҡ дәресе лә күрһәтәләр. Афарин, юлдыбайҙар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: