БАЙМАҠ РАЙОНЫ ТАУЛЫҠАЙ АУЫЛЫНАН ХӘБӘР ИТӘЛӘР:
Һуңғы йылдарҙа бик популяр шул уҡ ваҡытта һаулыҡ өсөн ныҡ файҙалы спорт төрө - скандинавса атлауға ыңғай ҡарашта Таулыҡайҙар. Яҙғы-көҙгө һалҡындарҙа, ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙа, йәйҙең йәмле көндәрендә саф һауала йөрөүҙе маҡсат итеп алған улар.
"Айыҡ ауыл " конкурсы сиктәрендә, бөтөн ауыл менән "Һаулыҡҡа аҙымдар" тигән девиз аҫтында, берҙәм генә скандинав таяҡтары алдылар.
Иң оло ҡатнашыусылар Вәспиямал Сафа ҡыҙына 89 йәш булһа, Тәнзилә Кәрим ҡыҙына 81 йәш. "Һаулыҡ иң ҙур байлыҡ, һаулыҡ ныҡлы булһын өсөн сәләмәт тормош алып барыу мөһим ",- тиҙәр беҙҙең оло йәштәгеләребеҙ. Сарала балаларҙың ҡатнашыуы һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, насар ғәҙәттәрҙән ары тороу төшөнсәләрен аңлатыу маҡсат ине.
"Скандинав йөрөшөнөң һаулыҡҡа файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ябай атлау менән сағыштырғанда, 46 процентҡа күберәк калориялар яна, хәрәкәт иткәндә, тубыҡ һәм умыртҡа һөйәгенә һис тә кәрәкмәгән көсөргәнеш кәмей, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеге, координация яҡшыра. Бынан тыш, скандинав йөрөшө – һынды дөрөҫ тоторға ғәҙәтләнеү өсөн иң ҡулай күнекмә. Ике таяҡҡа таянғас, спортсылар ҙа, терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәренән яфаланыусылар ҙа шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә саф һауала йөрөү – үҙе үк сихәт", -тип файҙалы кәңәштәре менән бүлеште ауылыбыҙ фельдшеры Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы.
Ҡышҡы саф һауала, һаулыҡ өсөн файҙалы булған саранан барыһы ла яҡшы тәҫьораттар менән һаулыҡ,муллыҡ,тыныс тормош теләп таралышты.Ҙур рәхмәт ҡатнашыусыларға!
Сәләмәт булайыҡ!
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир