Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Декабрь 2024, 14:35

Ҡышҡы йәйғор

Бөгөн Темәс халҡы ҡышҡы йәйғорҙо күҙәткән. Халыҡ һынамышына ҡарағанда, тәбиғәттең бындай күренеше алдағы көндәрҙә көн һыуытасағын хәбәр итә.

Ҡышҡы йәйғор
Ҡышҡы йәйғор

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүселәр бөгөн әлеге миҙгел өсөн үҙенсәлекле күренешкә шаһит булған. Улар күктәге ҡышҡы йәйғорҙоң йәғни галоның видеояҙмаһын «Башинформ» агентлығына ебәргән.

Метеорологтар фекеренсә, бындай атмосфера күренештәре йышыраҡ һауа торошо үҙгәргәндә, мәҫәлән, буран сығыр йәки температура түбәнәйер алдынан күҙәтелә. Халыҡ һынамыштары буйынса, ҡыш көнө йәйғор көндәрҙең һыуытыуына ишаралай.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: