-4 °С
Болотло
Йылайыр районында Ғаилә йылына йомғаҡ яһалды. Уның сиктәрендә оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙар тәбрикләнде. Мәҫәлән, «Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән Матрай ауылынан Сәғәҙәт һәм Венера Бикбулатовтар бүләкләнде. Улар быйыл бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән. ғаилә башлығы ғүмер буйы совхозда эшләһә, Венера Мөхәмәҙей ҡыҙы 52 йыллыҡ стажға эйә педагог.