Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
6 Декабрь , 10:35

Яугирҙәргә —беләҙек

Федоровка ауылы ирекмәндәре студенттарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Яугирҙәргә —беләҙек
Яугирҙәргә —беләҙек

—Ирекмәндәр студенттарға бөгөн яугирҙәребеҙгә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне, «Һалдатҡа ярҙам ҡулы» күргәҙмәһен тәҡдим итте, «иҫән ҡалыу беләҙектәрен» үреү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Йәштәр был беләҙектәрҙе үҙҙәре бәйләргә өйрәнде һәм был эштең ҙур иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап итеүен аңланы. Махсус ысул менән үреү беләҙекте тиҙ арала биш метрлыҡ ныҡлы арҡанға әйләндерергә мөмкинлек бирә. Был яугирҙәр өсөн бик кәрәкле әйбер. Экстремаль хәлдә бындай бау алмаштырғыһыҙ: уның менән яра бәйләнә, уның ярҙамында ышыҡ төҙөйҙәр һәм яралыларҙы ут аҫтынан сығаралар.Ирекмәндәрҙең хәстәрлекле ҡулдары менән эшләнгән был «серле» беләҙектәр һалдаттарға уларҙы хәтерләүҙәрен, яратыуҙарын һәм көтөп тороуҙарын иҫкә төшөрә,—тип хәбәр итәләр Хәйбулла районы хакимиәтенән.

Әйткәндәй, Федоровка ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында үҙ көсөн һынаясаҡ.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: