Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Октябрь , 08:15

БАЙМАҠТАР ЯРҘАМ ИТТЕ

Әбйәлил районында янған мәсет урынына баймаҡтар 20 көн эсендә яңы иман йорто күтәргән...

БАЙМАҠТАР ЯРҘАМ ИТТЕ
БАЙМАҠТАР ЯРҘАМ ИТТЕ

--Быйыл 6 сентябрҙә гөлтләп янып, юҡҡа сыҡҡан Әбйәлил районы Хәлил мәсете күптәребеҙҙең йөрәктәрен әрнетте. Бик күркәм, яҡты, йылы, матур ине беҙҙең мәсетебеҙ. Үҙенә гел тартып тора торғайны.
Әлхәмдүлилләһ шөкөр, Аллаһы Тәғәлә йүнен бирә! Тиҙ арала битараф булмаған таныш һәм таныш түгел замандаштарыбыҙҙан матди ярҙам йыйылды. Күп эштәрҙе өмә менән эшләүсе уңған, ихлас кешеләр яңы буласаҡ мәсеттең бинаһын күтәреп бөтөү өҫтөндә.
Фоторәсемдә 20 көн (!) эсендә шлакоблок менән мәсетте күтәреп сыҡҡан оҫталар - Баймаҡ районы ир уҙамандары: Күсей ауылынан Әхмәтов Юлай Әдиғәм улы, Кәримов Ғәли Филҡәт улы, Басай ауылынан Кәримов Булат Урал улы, Ҡотлогилдин Азамат Ғыйбәт улы.
Уларға рәхмәттәребеҙҙе, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, именлектә, етеш ғүмер итегеҙ, Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенән айырмаһын һеҙҙе,—тип яҙа социаль селтәрҙә Салауат Ирназаров.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: