-4 °С
Болотло
--"Күмәкләгән яу ҡайтарған" тигәндәй, дөйөм көс менән Иҫке Сибай ауылының яңы биҫтәһендә Ҡарағайлы йылғаһы аша баҫма һалынды. Был эштә әүҙем ҡатнашҡан һәр кешегә лә ауыл хакимиәте оло рәхмәтен белдерә: БР-ҙың Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы Зәйдуллин Роман Ринат улына, "Универсал" ойошмаһы директоры Ғафаров Илнур Ишкилде улына, шәхси эшҡыуар Иҫәндәүләтов Шамил Камил улына, ауылдашыбыҙ Мәхмүтов Раян Мирзаян улына һәм ваҡыттарын йәлләмәй эшләүсе егеттәргә.
Ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ,--тип яҙалар Иҫке Сибайҙан.