Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Октябрь , 08:45

Андыҙ барҙа—ат үлмәҫ

Андыҙ барҙа ат үлмәҫ» тигән мәҡәл бар халыҡ телендә, йәғни андыҙ тамыры шифаһы хатта атты ла терелтергә һәләтле. Тәбиғәтебеҙ төрлө файҙалы үҫемлектәргә,тамырҙарға бик бай. Уны белеп ҡулланһаң, күп төрлө ауырыуҙарҙан шифа табырға мөмкин.

Андыҙ барҙа—ат үлмәҫ
Андыҙ барҙа—ат үлмәҫ

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылының ир- егеттәре андыҙ тамырының өлгөргән ваҡытын көтөп алып, файҙалы тамырҙы йыйған.
Ауылдың аҡһаҡалы Ишҽмғолов Фазылйән Саҙритдин улы андыҙҙы ҡаҙып алыу, уны дөрөҫ эшкәртҽү һәм ҡулланыу сҽрҙәрҽ мҽнән бүлешкән.
Йәштәрҙе тыуған төйәктә үҫкән дарыу үләндәрҽн, андыҙҙы төрлө ысулдар мҽнән ҡулланып, һау - сәләмәт тормош алып барырға әйҙәгән.
Бергәләп тамырҙы ҡаҙып алып,уның файҙаһы тураһында һөйләшеп, һәр кем үҙенең белгәнен өйрәтеп,белмәгәнен өйрәнеп ҡайтҡан.
-Һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу саралары – аяҡ аҫтында, бары үрелеп ал да файҙалан ғына!- ти аҡьюлдар.


🖊️Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән

Автор:
Читайте нас: