Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Сентябрь , 08:35

Билалдар ҡорбан ашына йыйыла

Билал ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләшкәндән һуң, бөгөн, изге йома көнө, ҡорбан ашына ауылдаштарын йыйырға ҡарар иткән. Бының өсөн ил-йортҡа тыныслыҡ һорап ҡорбан салынған, һалмалар йәйелгән.

Билалдар ҡорбан ашына йыйыла
Билалдар ҡорбан ашына йыйыла

—Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар кәңәшләшкәндән һуң ауыл халҡы исеменән ҡорбан салдырып, йома көнө ашатырға булдыҡ. Сәбәбе барыбыҙға ла билдәле: яу яланында йөрөгән ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын, ил-йорт тыныс булһын. Йома көнө барығыҙҙы ла 13:00 мәсеткә саҡырабыҙ. Килегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорбан ашына тип һалма йәйеп, ҡырҡып әҙерләне, ҡорбан салынды. Рәхмәт! Бишенсе сетканы ла эшләп бөтөп тапшырҙыҡ,—тип хәбәр итә социаль селтәрҙә ауыл китапханасыһы Райхана Булатова.

Афарин, билалдар! Сауаптары насип булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: