Әүҙем позициялы, һәр яҡлап үҫергә ынтылған ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында Сибай ҡалаһының 9-сы лицейында "Ҙур ғаилә уйындары" уҙғарылды. Уны "Баласаҡ навигаторы" проектының муниципаль координаторы һәм ҡала мәктәптәренең тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшселәре ойошторҙо.
Конкурста мәктәп этабында еңеү яулаған 9 ғаилә үҙ-ара көс һынашты. Әйтергә кәрәк, унда "Рәсәй бөркөттәре" класында уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре алдан ҡаралған талаптарға ярашлы ҡатнаша.
Һәр команда үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Креатив визитка, берҙәм форма, ижади номерҙар—барыһын да һоҡландырҙы. Ярыш дауамында һәр береһе сослоғон, етеҙлеген, саялығын күрһәтте.
Дөйөм мәрәйҙәр буйынса 1-се урынға Мәхмүтовтар сыҡты. 2-се урын Ҡадыровтарға бирелһә, 3-сө урынға Насыповтар лайыҡ булды. Ғүмәровтар, Ишчановтар, Бастанов-Альшиндар, Даутовтар, Әхмәтовтар, Насыровтар төрлө номинацияла билдәләнде. Барыһына ла грамоталар, бүләктәр һәм татлы приздар тапшырылды.