Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Сентябрь , 17:15

ЕГЕТТӘРГӘ - БЕТЕҮ

Ватан һаҡсыларын бетеү һаҡлаһын тип...

ЕГЕТТӘРГӘ - БЕТЕҮ
ЕГЕТТӘРГӘ - БЕТЕҮ

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә оҫталыҡ дәрестәре йыш үткәрелә. Сираттағыһында махсус хәрби операциялағы егеттәр өсөн бетеү эшләнеләр.Оҫталыҡ дәресен  "Ете ҡыҙ" халыҡ ижады һәм этнография студияһы етәксеһе Миңзилә Ишбулат ҡыҙы Ғәйнуллина "Йәнгүҙәй" фольклор ансамбле ағзалары өсөн үткәрҙе.

Бетеү беҙҙең халыҡта электән бар. Улар яуызлыҡтан, күҙ тейеүҙән, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы доғаларҙы үҙендә йөрөтә. Уны һалдаттарға бүләк итеү йолаһы ла йәшәй. Ватанды һаҡлаусыларҙы бетеү һаҡлаһын тип ансамбль инәйҙәре тырышып бетеүҙәр эшләне.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: