Бөгөн ауыл урамына асфальт һалдыртыу—бик ят күренеш.
Йылайыр районы Йомағужа ауылы урамына асфальт түшәтелгән тигән хәбәрҙе ишеткәс, Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановҡа шылтыраттым.
—Бөгөнгө көндә булмаҫтай, кеше ышанмаҫ ниндәй эш ҡыйратаһығыҙ унда?—тип һораным.
—Ниңә булмаһын? Йыл да өлөшләтеп булһа ла асфальт түшәтергә тырышам. Уҙған йыл ғына һуңлаңҡырап мөрәжәғәт итеү сәбәпле, асфальт түшәтеүҙән тороп ҡалдым. Быйыл 180 метрға һуҙҙыҡ. Ҡыҫҡа арауыҡ күренһә лә, ул 855 мең һум тора. Юл-ремонт хужалығынан эшселәр килеп тиҙ арала башҡарып китте. Яйлап булһа ла асфальтты яңыртыу ниәтендәбеҙ. Әле ауылға ингән ергә стела эшләүгә заказ бирелгән,—тине Рөстәм Мөхәтр улы.
Афарин! Йүнләгән йүнен таба ул!