Төбәк һулышы
6 Сентября 2024, 10:50

Күгиҙелдәр ихлас

Һайлауға күгиҙелдәр байрамға барғандай бара икән. Ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе, ауыл ҡоҙоғон кәртәләп, тәртипкә килтереп ҡуйыусы изге ғәмәлле Ғаяз һәм Ләлә Асылбаевтар һайлауға гөлләмә тотоп килгән һәм комиссия ағзаларына уңышлы эш, ә илгә тыныслыҡ һәм ҡот теләгән. Әйткәндәй, һайлау участкаһы комиссияһы ҡыҙҙары ла һайлауға йәм өҫтәп, милли орнаментлы кейемдәр кейеп алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күгиҙелдәр ихласКүгиҙелдәр ихлас
Күгиҙелдәр ихлас

--Беҙҙә һәр ваҡыттағыса һайлау дәррәү бара. Ауылдаштар әүҙем, дәртле, үҙ бурысын теүәл үтәй,--ти Баймаҡ районы Күгиҙел ауылындағы һайлау участкаһы комиссияһы ағзаһы Әлиә Дауытбаева.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас