Хәйбулла районы Ивановка ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә арт-объект асылды. Уны булдырыуға ауыл халҡы ҙур көс һалған. Уны эшләү инициативаһы менән Дим Ильясов яҡташтарына мөрәжәғәт итә. Уны башҡалар хуплап, күтәрмәләп ала һәм ҡыҫҡа ғына ваҡытта кәрәкле сумма йыйыла. Шулай уҡ тыуған ауылының бөгөнгөһөнә битараф ҡарамаусылар тырышлығы менән стела ла яңыртыла.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Елизавета Абдуллина әйтеүенсә, әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн 348 000 һум аҡса китә.
--"Атайсал" проектын хуплайым. һәр кем тыуған яғының бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаҫҡа тейеш. Һәм, әлбиттә, битараф булмаусыларҙың булыуы, ғәзиз тыуған яғы өсөн изге башҡарыуы ҡыуандыра,--ти йәмәғәт әүҙемсеһе Ирек Бикмәтов.