АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Июль , 09:15

БАЙМАҠ УРАМДАРЫ МАТУРЛАНА!

Баймаҡ ҡалаһында "Башҡорт ихатаһы" программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү финалына яҡынлаша.

БАЙМАҠ УРАМДАРЫ МАТУРЛАНА!
БАЙМАҠ УРАМДАРЫ МАТУРЛАНА!

“Башҡорт ихатаһы”—Рәсәйҙең үҙенсәлекле программаһы һәм ул беҙҙең республикала ғына эшләп килә. Ул 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән старт алды. Уның маҡсаты—халыҡҡа шарттар тыуҙырыу, ихата эсендә уңайлы мөхит булдырыу.

--Ихатаға “ингәс” һәр ерҙә тәртип булдырыу кәрәк. Подъезды ла рәтләргә, ҡыйыҡты ла йүнәтергә,--тигәйне ул саҡта Башлыҡ.
Биш йыл эсендә 1326 ихата тәртипкә килтерелгән. Программаны бойомға ашырыу өсөн республика бюджетынан аҡса бүленә, ә төҙөкләндереү кәрәклеген урындағы йәшәүселәр дөйөм йыйылыштарҙа хәл итә. Әйтергә кәрәк, был проект халыҡта хуплау тапты һәм әле ул балалар, спорт майҙансыҡтарын төҙөү, йәшелләндереү, туҡталҡалар булдырыу һәм башҡаһын да үҙ эсенә ала.

Баймаҡ ҡалаһында ла программа сиктәрендә ремонт эштәре бара. Ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, сираттағы төҙөкләндереү финалға яҡынлаша. Тротуарҙарға асфальттар түшәлгән, майҙан йәшелләндерелгән, юлдар тигеҙләнгән һәм киңәйтелгән, балалар майҙансығы тәртикә килтерелгән.

Автор:Резеда Валиева