АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Июль , 16:05

Өфөнән еңеү менән!

2400 метр аралыҡта үткән ярыштарҙа ул үҙенең “Алан” ҡушаматлы саптарында алдынғылыҡты бирмәне. Рәфистең был тәүге еңеүе түгел, ул район һабантуйында, “Генерал Миңлеғәле Шайморатов призына”, “Салауат йыйыны” ХХ республика фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған ат спорты ярыштарында 1-се урынды алған.

Өфөнән еңеү менән!
Өфөнән еңеү менән!

Хәйбулла районының Степной ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илгиз Тазетдинов 10 йылдан ашыу инде малсылыҡ, үҫемселек менән шөғөлләнә. Һуңғы арала ул башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә, шулай уҡ уларҙы бәйгегә сығарыуға күп көс һала. Әйткәндәй, уның юртаҡтары һабантуй, “Терра Башҡортостан” кеүек күләмле саралар бәйгеһендә сабышып, гел алдынғы урындар яулай.

Ошо көндәрҙә уның 9 йәшлек улы Рәфис сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы. Өфөнөң Таһир Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат”халыҡ-ара ипподромында халҡыбыҙҙың мәшһүр “Аҡбуҙат” эпосы призына башҡорт тоҡомло аттар араһында ярышта 2-се урынды яуланы.

2400 метр аралыҡта үткән ярыштарҙа ул үҙенең “Алан” ҡушаматлы саптарында алдынғылыҡты бирмәне. Рәфистең был тәүге еңеүе түгел, ул район һабантуйында, “Генерал Миңлеғәле Шайморатов призына”, “Салауат йыйыны” ХХ республика фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған ат спорты ярыштарында 1-се урынды алған.

Улының еңеүендә атаһының өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Рәфис август айында Баймаҡ районында үтәсәк “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә.

К.Ишбулдина.

Һүрәттә: Рәфис Тазетдинов үҙенең “Алан” ы менән. 

Автор: