АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Июль , 10:15

СТАДИОН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Август аҙағына эштәр тамамланырға тейеш

СТАДИОН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ
СТАДИОН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛӘ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльза Мансурова сираттағы эш сәфәре мәлендә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, эшҡыуар Роман Зәйдуллин менән берлектә “Труд” стадионында барған эштәр менән танышты. Ул “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә. Август аҙағына эштәрҙе тамамлау планлаштырыла.

--Ағас-ҡыуаҡтарҙың төбө алынып, юлдарға асфальт һалынған. Стритбол өсөн майҙансыҡ эшләнгән, заманса 35 урам яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылған. Августың икенсе яртыһында ҡала халҡы төҙөкләндереү эшенә баһа бирер,--тип яҙа социаль селтәрҙә Эльза Мансурова.

Шулай уҡ депутат Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында булған. Бында "Аныҡ эштәр" программаһы сиктәрендә урамдарҙы яҡтыртыу эше бара.

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева